+24 °С
Ямғыр
Башҡорт теле, ҡымыҙ, көрәш, башҡорт туй йолалары, башҡорт тирмәһен ҡороу технологияһы, башҡорт халыҡ музыка-поэтик ижады һәм башҡалар Башҡортостан Республикаһының милли мираҫы дәүләт реестрына индерелә.
Республика Башлығы Радий Хәбиров республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға тәҡдим иткән тейешле закон проекты көҙгө сессияла ҡарала.
Башҡортостан парламенты рәйесе Константин Толкачев билдәләүенсә, башланғыс ата-бабалар хәтерен, быуындар күсәгилешлеген һәм теләктәшлеген һаҡлауға, шулай уҡ үҙенсәлекле рухи, мәҙәни, тарихи һәм тәбиғи мираҫ объекттарын популярлаштырыуға йүнәлтелгән.