+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Яңы производство

Башҡортостанда эш сәфәре менән Рәсәй сәнәғәт һәм сауҙа министры Антон Алиханов булды.

Башҡортостанда эш сәфәре менән Рәсәй сәнәғәт һәм сауҙа министры Антон Алиханов булды.

Ул Өфө предприятиеларында булды, “ОДК-УМПО”  заводында ҡайнар изостатик преслау ҡоролмаһын эшләтеүгә старт бирҙе.

Яңы участкала ПД-14 һәм ПД-8 двигателдәре өсөн корпус деталдәре преслана.

- Беҙҙең алда граждандар авиацияһы төҙөлөшө һәм дәүләт оборона заказдарын үтәү буйынса амбициоз бурыстар тора. Әммә бындай газостат Рәсәйҙә юҡ ине, уларҙы сит илдәрҙән һатып алырға тура килде. Хәҙер иһә беҙ импорттан тулыһынса азат, – тине Антон Алиханов.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, был илебеҙҙең двигателдәр етештереүендә алға табан ҙур аҙым булып тора, яңы цехты асыу пассажир лайнерҙарына ҡуйылған двигателдәрҙең титан һәм алюмин ҡойолмаларының сифатын да яҡшыртасаҡ.

Проектҡа инвестициялар күләме 3 млрд һум тәшкил иткән. Бындай производство илебеҙҙә юҡ.

Яңы производство
Яңы производство
Автор:
Читайте нас: