+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Торлаҡ төҙөлөшө буйынса Башҡортостан алда бара

Бөгөн Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллиндың Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән эшлекле осрашыуы үтте.

Торлаҡ төҙөлөшө буйынса Башҡортостан алда бара
Торлаҡ төҙөлөшө буйынса Башҡортостан алда бара

Бөгөн Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллиндың Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән эшлекле осрашыуы үтте.

Уның барышында федераль үҙәктең республика менән үҙ-ара бәйләнеше, төбәк биләмәһендә күләмле проекттарға өҫтәмә ярҙам саралары тураһында эшлекле һөйләшеү булды.

Башҡортостан Башлығы вице-премьер Марат Хөснуллинға төҙөлөш, транспорт үҫешенә ярҙам өсөн рәхмәтен белдерҙе.

- Рәсәй Президенты, ил Хөкүмәте башланғысы менән булдырылған программалар һәм проекттар беҙҙең республика үҫешенә ыңғай йоғонто яһай. Башҡортостанда әле иҡтисади хәл тотороҡло, - тине Радий Хәбиров. – Төбәктә торлаҡ һәм юл төҙөлөшө йылдам бара. Былтыр 3,3 миллион квадрат метрҙан ашыу майҙанда торлаҡ сафҡа инде. 2030 йылға беҙ был күрһәткесте 4 миллион квадрат метр еткерергә ниәтләйбеҙ. Был маҡсатты ла үтәйәсәкбеҙ. Республика биләмәһендә М-12 федераль трассаһы участкаһын төҙөү проектын тормошҡа ашырыла. Уны 2024 йыл аҙағына тамамлау ҡаралған.

Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллин Башҡортостанда төҙөлөш комплексын юғары баһаланы.

- Бөгөн Өфөлә күргәндәрем бик ыңғай тәьҫораттар ҡалдырҙы. Ҡалала йорттарҙың архитектураһы матур. Баш ҡаланың заманса яңы стиле барлыҡҡа килеүе һөйөнөслө. Торлаҡ төҙөлөшө күләме буйынса Башҡортостан алдынғы ун төбәк иҫәбенә инә. Йылдан-йыл был күрһәткес арта. Юл инфраструктураһы үҫеше буйынса ла төбәк “Сифатлы хәүефһеҙ юлдар” милли проектының планын уңышлы үтәй, - тине ул.

Автор:
Читайте нас: