+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Силәбе өлкәһендә II башҡорт мәҙәниәте фестивале үткәрелә

Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ районы Баязит ауылында 21 июлдә икенсе «Башҡорт иле» башҡорт мәҙәниәте фестивале ойошторола.

Силәбе өлкәһендә II башҡорт мәҙәниәте фестивале үткәрелә
Силәбе өлкәһендә II башҡорт мәҙәниәте фестивале үткәрелә

Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ районы Баязит ауылында 21 июлдә икенсе «Башҡорт иле» башҡорт мәҙәниәте фестивале ойошторола.

Бында милли фольклор донъяһына сумырға, ҡурай моңдарын тыңларға һәм башҡорт егеттәренең дәртле бейеүҙәрен ҡарарға мөмкин.

Фестивалдә Силәбе өлкәһенең «Ҡурай» ҡоролтайы» йәмәғәт ойошмаһы милли орнаменттар менән биҙәлгән тирмә күрһәтә, бында башҡорт аш-һыуҙарынан ауыҙ итергә лә мөмкин, шулай уҡ этнографик күргәҙмә ойошторола. Ҡоролтай рәйесе Рәйес Ғабдуллин һүҙҙәренсә, фестиваль Силәбе өлкәһе менән Башҡортостан араһында төбәк-ара бәйләнештәрҙе нығыта, киң даирәгә башҡорттарҙың йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре менән танышырға мөмкинлек бирә.

Байрам программаһында оҫталыҡ дәрестәре, милли кейемдәр һәм биҙәүестәр күргәҙмәләре, балалар уйындары ҡаралған. Сараға Силәбе өлкәһенән йөҙҙән ашыу ҡунаҡ саҡырылған. Ҡатнашыусылар эстрада, башҡорт халыҡ йырҙарын башҡара. Фестиваль яланда киске концерт һәм дискотека менән тамамлана, тип хәбәр иттеләр Силәбе өлкәһенең «Ҡурай» ҡоролтайы» йәмәғәт ойошмаһынан.

Фестивалде ойоштороусы булып Ҡоншаҡ районы хакимиәте ярҙамында «Йондоҙ» продюсер үҙәге сығыш яһай. Сара башҡорт халҡының традицияларын тергеҙеү һәм үҫтереү, башҡорт халыҡ ижадын популярлаштырыу өсөн үткәрелә. Фестивалгә өлкә, Башҡортостан һәм Мәскәүҙең билдәле үҙешмәкәр коллективтары һәм башҡарыусылары саҡырылған.

Автор:
Читайте нас: