+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостанда Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияға документтар ҡабул ителә

Башҡортостанда Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге журналистика премияһына документтар ҡабул итеү бара.

Еңеүселәргә 500-шәр мең һумлыҡ өс премия тапшырыла. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, беренсе тапҡыр бүләкләү суммаһы биш тапҡырға арттырылды. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Медиайыйын – 2023» форумы йомғаҡтарынан һуң ошондай бурыс йөкмәткәйне.

Ҡатнашыу өсөн журналистар һәм журналист коллективтары саҡырыла. 2023 йылдың сентябренән 2024 йылдың авгусына тиклем баҫылған материалдар баһалана.

Ғаризаны 1 сентябргә тиклем Башҡортостандың Журналистар союзына бирергә мөмкин: 450079, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, 111-се офис. 111 (Матбуғат йортоноң беренсе ҡатында). Телефон: 8 (347) 276-42-66; 8-917- 368-32-84. Шулай уҡ Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығында ҡабул ителә: Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 45, 4-се ҡат, 420-се бүлмә. Телефон: (347) 218-07-73; 8-917-409-39-85.

Автор:
Читайте нас: