+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Ышаналар, аҡсаларын күсерәләр...

Һуңғы тәүлектә республика буйынса мутлашыусыларға 12 миллион һумға яҡын аҡса күсергәндәр.  

Ышаналар, аҡсаларын күсерәләр...
Ышаналар, аҡсаларын күсерәләр...

Һуңғы тәүлектә республика буйынса мутлашыусыларға 12 миллион һумға яҡын аҡса күсергәндәр.  

Ошо 24 сәғәт эсендә Эске эштәр министрлығының дежур часына зыян күргән утыҙҙан ашыу кеше мөрәжәғәт иткән.

Өфөнән 39 йәшлек ҡатынға билдәһеҙ кешеләр шылтырата һәм үҙҙәрен банк хеҙмәткәрҙәре тип таныта. Банкта ятҡан аҡсаһын кемдәрҙер алырға маташыуы тураһында хәбәр итәләр. Бурҙар аҡсаны ала алмаһын өсөн, уларҙы икенсе иҫәпкә күсерергә кәрәклеге тураһында әйтәләр.

Ҡатын ышана, аҡсаһын икенсе иҫәптәргә күсерә. Тик һуңынан алданыуын аңлап ҡала ла хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итә.  Тик алты миллионды мутлашыусыларҙың иҫәбенә күсереп өлгөргән була.

51 йәшлек ҡатынға иһә, телефон һандарын дөрөҫләү маҡсаты менән, тип, банк һәм Дәүләт хеҙмәттәре хеҙмәткәрҙәре булып шылтыраталар. Шулай уҡ алдау юлы менән ҡатындан 1 миллион һум аҡсаһын банкомат аша башҡа иҫәптәргә күсертәләр.

Был осраҡтар буйынса енәйәт эштәре ҡуҙғатылған.

Башҡортостан буйынса Эске эштәр идаралығы республика халҡын иғтибарлы булырға саҡыра. Финанс операцияларҙы бары банкта ғына эшләгеҙ. Шикле тәҡдимдәргә ышанмағыҙ. Әгәр мутлашыусылар тоҙағына эләктем тип уйлаһағыҙ, туғандарығыҙға йәки хоҡуҡ һаҡлау органдарына шылтыратығыҙ. Өлкән йәштәге туғандарығыҙға иһә сит номерҙарҙан шылтыратҡан кешеләр менән һөйләшмәҫкә, төрлө имеш-мимеш хәбәрҙәргә ышанмаҫҡа кәрәклеген аңғартығыҙ.

Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: