+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Радий Хәбиров яугирҙәргә һәм гуманитар ылау водителдәренә хәрби наградалар тапшырҙы

16 июлдә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм гуманитар ылау водителдәренә генерал Шайморатов ордендарын һәм миҙалдарын тапшырҙы.

Радий Хәбиров яугирҙәргә һәм гуманитар ылау водителдәренә хәрби наградалар тапшырҙы
Радий Хәбиров яугирҙәргә һәм гуманитар ылау водителдәренә хәрби наградалар тапшырҙы

16 июлдә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм гуманитар ылау водителдәренә генерал Шайморатов ордендарын һәм миҙалдарын тапшырҙы.

«Рәсәй Президенты һәм ил етәкселеге, республикабыҙ халҡы исеменән һеҙгә рәхмәт әйтергә рөхсәт итегеҙ. Намыҫлы хеҙмәтегеҙ, хәрби ҡаһарманлығығыҙ өсөн һеҙҙе ихтирам итәбеҙ һәм рәхмәт белдерәбеҙ.

Һеҙҙең һәм яуҙаштарығыҙ алдында баш эйергә теләйем. Мин һәр ваҡыт әйтә киләм: беҙҙең иң ҡыйыу яугирҙәр унда, алғы һыҙыҡта. Беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ. Һеҙгә һәм ғаиләләрегеҙгә һәр ваҡыт ярҙам итербеҙ.

Һәләк булған геройҙарға, уларҙың батырлығына, сыҙамлығына, антына тоғролоғона түбәнселек менән баш эйәбеҙ. Улар мәңге беҙҙең йөрәктә. Геройҙар тураһында хәтер мәңге йәшәһен өсөн барыһын да эшләрбеҙ», – тип билдәләне Радий Хәбиров.

Ул беҙҙең хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең үҙ бурысын намыҫ менән үтәүен билдәләне һәм тантанала ҡатнашыусылар тураһында бер нисә һүҙ әйтте.

«Мостафин Рәмил Вадим улы 2022 йылдың октябренән фронтта. Разведчик-пулеметсы, ысын герой. Штурмға барғанда һәм дошман һөжүмен кире ҡаҡҡанда бер нисә тапҡыр ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйған. «Батырлыҡ» ордены һәм Суворов миҙалы менән бүләкләнгән.

Рядовой Павлов Алексей Михайлович госпиталдән һуң пилотһыҙ осоу аппараттары операторына уҡып, йәнә алғы һыҙыҡҡа юлланған.

Белеп тораһығыҙ, яугирҙәребеҙгә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү мәсьәләләрен шәхсән контролдә тотам. Хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе матди яҡтан тәьмин итеү, көнкүрешен йыһазландырыу, ҡорал-ҡорамалдар ебәреү өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе булып тора. Власть органдары, муниципалитеттар, предприятиелар, ойошмалар, йәмәғәтселәр, ирекмәндәр – барыһы ла ошо эшкә йәлеп ителгән. Ошо ваҡыт эсендә беҙ махсус хәрби операция биләмәһенә 128 гуманитар ылау оҙаттыҡ. Бөгөн был залда, ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып, күп тапҡыр йөк ташыған водителдәр бар.

Сухов Григорий Леонидович, мәҫәлән, махсус хәрби операция биләмәһенә 94 гуманитар ылау илткән. Русаков Дмитрий Николаевич – 84, Мирасов Игорь Ришатович – 82, Асеев Вячеслав Васильевич 74 тапҡыр барған»,  – тине республика етәксеһе.

Радий Хәбиров яугирҙәрҙе өйҙә ышаныс һәм өмөт менән көткән ғаиләләренә, туғандарына һәм яҡындарына рәхмәт белдерҙе.

"Башинформ" мәғлүмәт агентлығы. 

Автор:
Читайте нас: