+24 °С
Дождь
Һуңғы яңылыҡтар
17 Июля 2024, 03:25

“Фәрзәнә көнбайышҡа табан бара”

Режиссер Булат Йосопов  Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына “Фәрзәнә көнбайышҡа табан бара” фильмын төшөрә.

“Фәрзәнә көнбайышҡа табан бара”“Фәрзәнә көнбайышҡа табан бара”
“Фәрзәнә көнбайышҡа табан бара”

Режиссер Булат Йосопов  Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына “Фәрзәнә көнбайышҡа табан бара” фильмын төшөрә.

Билдәле кино оҫтаһының яңы эше өсөн Ә. Абдразаков исемендәге “Башҡортостан” киностудияһында (Летчиктар урамы, 2/3) хромакейн павильоны төҙөлгән. Бөгөн 14.00 сәғәттә уның презентацияһы үтә.

"Фәрзәнә көнбайышҡа табан бара” – балалар һәм йәштәр өсөн ысын хәл-ваҡиғаларға нигеҙләнгән хәрби-патриотик фильм. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Учалы үҫмерҙәре фашист илбаҫарҙарынан азат ителгән Украинаға 400 баш һыйырҙы ҡыуып алып киткән.

Сценарий авторы — драматург Баныу Ҡаһарманова, жанры — тулы метражлы тарихи нәфис фильм. Ул «Йәнле таҫма» кинокомпанияһы менән берлектә төшөрәләр. Продюсерҙары – Юнир Әминев, Леонид Филинов.

Автор:
Читайте нас