+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Байрам өсөнсө тапҡыр үтә

15-16 августа Баймаҡ районында "Башҡорт аты" халыҡ-ара башҡорт тоҡомло аттар фестивале үтә.

Байрам өсөнсө тапҡыр үтә
Байрам өсөнсө тапҡыр үтә

15-16 августа Баймаҡ районында “Башҡорт аты" халыҡ-ара башҡорт тоҡомло аттар фестивале үтә.

Сара өсөнсө тапҡыр республика Башлығы Радий Хәбировтың указына ярашлы ойошторола.

Кисә Баймаҡта Башҡортостан Башлығы Хакимиәте Етәксеһенең беренсе урынбаҫары Азат Бадранов фестивалгә әҙерлек мәсьәләһе буйынса тәүге ҙур эш кәңәшмәһен үткәрҙе.

"Башҡорт аты" конкурсының башҡорт тоҡомло йылҡы малын популярлаштырыу һәм үҫтереү, йылҡы итенән етештерелгән продукцияны, ҡымыҙҙы, ат спортын артабан үҫтереү буйынса роле ҙур.

Фестиваль программаһы сиктәрендә милли көрәш буйынса, "Бәйге" һәм башҡа ярыштар ҡаралған. Быйыл яңылыҡ та индерелә - "Урал батыр" тип аталған иң көслөләрҙең турниры ойошторола. Суҡмар ташлау, батырҙар эстафетаһы һәм башҡа ярыштар була. Йола буйынса, "Ҡумыҙфест" уҙа, иң яҡшы ҡымыҙ етештереүселәр һәм иң шифалы ҡымыҙ билдәләнәсәк.

Халыҡ һәм ҡунаҡтар шулай уҡ төрлө мәҙәни сараларға тамаша ҡыла ала. Сараның эшлекле өлөшөндә ғалимдар һәм сит илдәрҙән килгән ҡунаҡтар сығыш яһаясаҡ, төрлө тренингтар, фекер алышыу, түңәрәк өҫтәлдәр ҡаралған.

Автор:
Читайте нас: