+24 °С
Ямғыр
Һуңғы яңылыҡтар
12 Июль 2024, 06:50

Ял көндәренә һауа торошо

Алдағы көндәрҙә Башҡортостанда ямғырҙар фаразлана, һауа температураһы көндөҙ 21-27  градус йылы, тип хәбәр итте республика синоптиктары.

Ял көндәренә һауа торошоЯл көндәренә һауа торошо
Ял көндәренә һауа торошо

Бөгөн республикала йәнә ямғыр яуа. Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, урыны менән ҡойма ямғыр, йәшен, боҙ-борсаҡ, ел төньяҡтан, төньяҡ-көнсығыштан талғын, көслө. Һауа температураһы көндөҙ +17, +22 градус.

Шәмбе, 13 июлдә, төндә ямғыр, урыны менән ҡойма ямғыр, йәшен, боҙ-борсаҡ. Көндөҙ урыны менән йәшенле ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, боҙ-борсаҡ көтөлә. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнсығыштан талғын, урыны менән көслө. Һауа температураһы төндә +11, +16 градус, көндөҙ +21, +26 градус.

Йәкшәмбе, 14 июлдә, урыны менән йәшенләп ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы фаразлана. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнсығыштан талғын, урыны менән көслө. Һауа температураһы төндә +12, +17 градус, көндөҙ +22, +27 градус.

Сығанаҡ: "Башинформ".

Автор:
Читайте нас