Мутлашыусылар ҡапҡанына ябай халыҡ, пенсионерҙар ғына түгел, ә юғары урындар биләгән вазифалы кешеләр ҙә, профессор-ректорҙар ҙа эләгә. “Ҡапҡан” схемалары үҙгәреп тора, кешене алдап аҡса көҫәүселәр МВД, ФСБ хеҙмәткәрҙәре булып та шылтырата.
Кисә генә танышымдың иренең телефонын “боҙҙолар”. “Аҡса һорап смс-хәбәрҙәр бөтә таныш-туғандарға “осто”, – ти ул. Оло йәштәге ҡәйнәһе хафаланып: “Кейәүгә берәй нимә булдымы әллә, аҡсам бар, ебәрә генә белмәйем, нисек ебәрергә икән?” – тип ҡыҙына шылтырата. Онлайн күсерә белһә, аңын-тоңон аңламайынса, күсерере көн кеүек асыҡ. Ә мутлашыусыларға шул ғына кәрәк. Хатта улар: “ Был ысын мин, зинһар, ярҙам итеп ебәр инде”, – тип яҙырға ла аптырамай. Ҡайһы берәүҙәрҙе ҙур сумма һорауҙары шигәйтә, 5000 һораһаң, бер һүҙһеҙ ебәрер инек ти, смс-хәбәр алған хеҙмәттәштәре. Бына шулай, ҡурҡыныс заманда йәшәйбеҙ, уяуыраҡ, аңлыраҡ булырға, ғөмүмән, ят номерҙан шылтыратыусылар менән бөтөнләй һөйләшмәҫкә кәрәк. Оло йәштәге туғандарығыҙға, таныштарығыҙға ошо ябай ҡағиҙәне ныҡлап аңлатһағыҙ ине!