Башҡортостанда һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән 18 йәштән өлкәнерәк кешеләргә социаль, медицина һәм һөнәри реабилитацияға бушлай сертификаттар бирелә.
Республикабыҙҙың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова реабилитацияға сертификаттарҙың хеҙмәткә һәләтле йәштәге II и III төркөм инвалидтарға һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға бирелеүен билдәләне. Бер сертификат буйынса дөйөм хаҡы 52, 5 мең һумлыҡ хеҙмәттәр алырға мөмкин. Республикала был маҡсатҡа 90 миллион һум аҡса бүленәсәк, ти министр
Сертификатты алыу өсөн ғариза бирергә кәрәк. Ғаризалар 30 авгусҡа тиклем Республика халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге филиалдарында ҡабул ителә (Өфө ҡалаһы, Менделеев урамы, 136/2, тел. (34-72) 86-21-84, Богдан Хмельницкий урамы, 68/1, тел. (34-72) 87-52-04, 287-52-14, Рихард Зорге урамы, 31, тел. (34-72) 87-52-31, Цюрупа урамы, 102, тел. (34-72) 87-52-08, 287-52-06 һәм Мусоргский урамы, 19 А, тел. (34-72) 87-52-30).
Сертификат уны алғандан һуң ике ай ғәмәлдә буласаҡ. Сертификат хужаһы ошо йүнәлештә реабилитация хеҙмәттәре күрһәтеүсе ойошмаларҙың теләһә ҡайһыһына мөрәжәғәт итә ала. Бөгөн республикала улар 14: 13-ө Өфөлә, береһе Стәрлетамаҡта урынлашҡан.
Фото “Башинформ”дан алынды.