0 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостанда йәй башынан 50 кеше һыуға батҡан

Башҡортостанда йәй миҙгеле башланғандан алып һыуҙа 50 кешенең, шул иҫәптән 6 баланың ғүмере өҙөлгән. 

Башҡортостанда йәй башынан 50 кеше һыуға батҡан
Башҡортостанда йәй башынан 50 кеше һыуға батҡан

Башҡортостанда йәй миҙгеле башланғандан алып һыуҙа 50 кешенең, шул иҫәптән 6 баланың ғүмере өҙөлгән.

Батҡан балаларҙың барыһы ла өлкәндәрһеҙ һыу ингән. Башҡортостанда 170 пляж асылыуға ҡарамаҫтан, фажиғәләрҙең төп сәбәбе  — рөхсәт ителмәгән урындарҙа, шулай уҡ эскән килеш һыуға төшөү. Хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов рәйеслегендәге ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөү, янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса комиссияның сираттан тыш ултырышында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика буйынса баш идаралығы етәксеһе урынбаҫары Александр Серов ошо турала һөйләне.

Уның һүҙҙәренсә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса «ҡырағай» пляждарҙа хәүефһеҙлек өсөн күсмә ҡотҡарыу постары дежурлығын ойоштороу йәһәтенән пилот проекты ғәмәлгә ашырыла.

Ултырышта муниципалитет башлыҡтарына һыуҙа һәләк булыуға юл ҡуймау өсөн «Ата-әсәләр патруле»н һәм республика Атайҙар советын йәлеп итергә тигән тәҡдим яңғыраны. Шулай уҡ 15 июлдән 15 авгусҡа тиклем һыу объекттарында хәүефһеҙлек айлығын үткәреү тураһында ҡарар ҡабул ителде.

"Башинформ" мәғлүмәт агентлығы.

Автор:
Читайте нас: