0 °С
Ясна
Башҡортостан Премьер-министры Андрей Назаров хәбәр итеүенсә, Рәсәйҙең Дәүләт баш экспертизаһы Өфө кампусының төп бинаһы проекты буйынса ыңғай һығымта биргән.
Хөкөмәт рәйесе әйтеүенсә, был 100 мең квадрат метрҙан ашыу майҙанда икенсе бинаны төҙөүгә тотонорға һәм объектты 2025 йылдың декабрендә үк тамамларға мөмкинлек бирә.
Кампустың беренсе сиратын төҙөү былтыр йыл аҙағында тамамланды. Икенсе сират яҡынса 103 мең квадрат метр төҙөлөштө үҙ эсенә ала. нда 4300 студентҡа иҫәпләнгән ятаҡтар, уҡыу блоктары, лабораториялар, геном үҙәге, шулай уҡ ижтимағи-эшлекле киңлектәр һәм башҡа биналар буласаҡ.