Бер йыл эшләү осоронда Рәсәйҙең РУВИКИ интернет-энциклопедияһы ике миллиондан ашыу мәҡәлә сығарған, мәктәп уҡыусыларына тәғәйенләнгән мөһим проект булдырған һәм халыҡ араһында популярлашыуын дауам итә.
РУВИКИ Википедия идеяларына нигеҙләнә, әммә ойоштороу һәм технология йәһәтенән башҡаса үҫешә. Ул материалдарҙың ысынбарлыҡҡа тап килеүенә баҫым яһай. Рәсәйҙең Фәндәр академияһы, Президент китапханаһы, музейҙар, профессиональ ассоциациялары менән стратегик хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлгән. Һөҙөмтәлә 2700-ҙән ашыу материал тикшереп аныҡланған, улар “рецензияланған” тигән билдә алған. Хәҙер хатта академик һәм ғилми хеҙмәттәрҙә лә, хаталаныуҙан ҡурҡмай, был хеҙмәттәргә һылтанырға мөмкин.
Эксперт инструментарийы индерелгән: эш тәжрибәһен, регалияларын раҫлай алған автор йә ғилми хеҙмәткәр үҙе һайлаған категория буйынса энциклопедия материалдарын рецензиялай ала. Йыл аҙағына тиклем авторҙар өсөн геймификация индереү, контенттарҙы шәхсәнләндереү һәм нейроселтәр менән бәйләү ҡарала.
Бер йыл эсендә платформа бөтә мөһим күрһәткестәр буйынса үҫешкән. Ай һайын интернет-энциклопедия менән 3,5 миллионға яҡын кеше файҙалана, айҙан айға уны ҡараусылар, уникаль инеүселәр һаны арта. 12 айҙа 36 меңдән ашыу материал яҙылған, миллиондан күберәк төҙәтеү индерелгән.
Энциклопедияны Рәсәй халыҡтары телдәрендә үҫтереү айырым стратегик йүнәлеш булып тора. Әлеге ваҡытта тулы күләмдә ул 20 телдә эшләй, унда башҡорт, алтай, татар, бүрәт, веп, ингуш, ҡалмыҡ, коми, коми-пермяк, карел, мари, муҡшы, саха (яҡут), тыва, удмурт, хакас, чечен, сыуаш, эрзя телдәрендәге бүлектәр бар.
Башҡорт телендәге бүлек әүҙем үҫешә. 2024 йылдың июленә ҡарата унда баҫтырылған мәҡәләләр һаны 65500-ҙән ашҡан. Энциклопедия ҡыҙыҡлы һәм уникаль мәҡәләләр исемлеген булдырған. Мәҫәлән, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәренең, Муса Мортазиндың көрәштәштәренең, 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың исемлектәре баҫылған. Шулай уҡ “Айыҡ ауыл”, “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” һәм башҡа проекттар сағылдырылған.
– Һәр ҡайһы тел – ул ата-бабалар туплаған сакраль белемдәрҙе тапшырған билдәле бер код. Ул һаҡсыл ҡарашты һәм үҫтереүгә, һаҡлауға көс йүнәлтеүҙе талап иткән рухи байлыҡ. Беҙ башҡорт телен белгән һәр кешене РУВИКИҙың ирекмәнлек хәрәкәтенә ҡушылырға саҡырабыҙ. Энциклопедияны һанлаштырылған киләсәк донъяһында мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлап ҡалырға булышлыҡ иткән яңы мәғүмәттәр менән байытыуға өлөш индерергә мөмикинһегеҙ, – ти РУВИКИҙың Рәсәй халыҡтары телдәрендәге төбәк бүлектәре эшен координациялау бүлеге етәксеһе Рөстәм Ғатауллин.