0 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостанда йәш ауыл уҡытыусылары өсөн гранттарға ғаризалар ҡабул итеү тамамланды

Мәғариф министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, ошо көндәрҙә республиканың ауыл ерендә эшләгән йәш уҡытыусыларға гранттар биреү буйынса республика комиссияһы ултырышы уҙҙы. Унда 2024 йылда дәғүәселәрҙең ғаризалар рейтингы ҡаралды.

Башҡортостанда йәш ауыл уҡытыусылары өсөн гранттарға ғаризалар ҡабул итеү тамамланды
Башҡортостанда йәш ауыл уҡытыусылары өсөн гранттарға ғаризалар ҡабул итеү тамамланды

Рейтингта республика райондарынан бөтәһе 179 йәш уҡытыусы бар ине. Конкурс йомғаҡтары буйынса иң яҡшы 150 ауыл уҡытыусыһына һәр береһе 690 мең һумлыҡ гранттар тапшырыла. 

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, йәш ауыл уҡытыусыларына гранттар 2019 йылда булдырылды. Былтыр 150 уҡытыусы 690-шар мең һум аҡса алды. 2020 йылдан республикала «Ауыл уҡытыусыһы» федераль программаһы эшләп килә. Уның ярҙамында 150 уҡытыусының һәр береһенә 1 миллион һум тапшырылды.

 

Сығанаҡ "Башинформ"

Автор:
Читайте нас: