+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
10 Июль 2024, 03:50

Эшлекле бәйләнештәр булдырыла

Екатеринбургта 8 июлдән «Иннопром» халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһе эшләй.

Эшлекле бәйләнештәр булдырылаЭшлекле бәйләнештәр булдырыла
Эшлекле бәйләнештәр булдырыла

Екатеринбургта 8 июлдән «Иннопром» халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһе эшләй.

Башҡортостан делегацияһын республика Башлығы Радий Хәбиров етәкләй.

Киң мәғлүмәт  саралары хәбәр итеүенсә, Башҡортостан сәнәғәт сәйәсәтенең һөҙөмтәлелеге рейтингында өсөнсө тапҡыр беренсе урынды биләй. Беҙҙән алда Мәскәү, Мәскәү өлкәһе бара. Тәү сиратта эшкәртеү секторының яҡшы эшләүен билдәләп үтергә кәрәк. Республикала шулай уҡ макроиҡтисади күрһәткестәр яҡшы.

«Иннопром»да ҡатнашыу Башҡортостан предприятиеларының үҫешенә булышлыҡ итә. Башҡалар республика ҡаҙаныштары менән таныша, яңы партнерҙар менән бәйләнештәр булдырыла. Әле Башҡортостан вәкилдәре Оман делегацияһы менән һөйләшеүҙәр үткәргән, Белоруссия һәм Ҡаҙағстан вәкилдәре менән осрашыуҙар көтөлә.

Автор:
Читайте нас