0 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Ғаилә ипотекаһы 2030 йылға тиклем оҙайтыла

Яңы төҙөлгән йортта фатир һатып алыу йәки шәхси йорт төҙөү өсөн 6% ставка менән ғаилә ипотекаһы 2030 йылға тиклем оҙайтылды, тип хәбәр итәләр Рәсәй Финанс министрлығынан.

Программа алты йәшкә тиклемге балалар тәрбиәләүсе (бер бала булһа ла) ғаиләләргә ҡағыла. Алыҫ Көнсығышта йәшәүселәр өсөн дә программа буйынса ставка – 6%.

Бала тыуған осраҡта элек бирелгән кредитты рефинансларға рөхсәт ителә.

Бынан тыш, яңы төҙөлгән йорттарға ғаилә ипотекаһын түбәндәге ғаиләләр алырға мөмкин:

- бәләкәй ҡалалаларҙа (50 меңгә тиклем кеше) йәшәгән һәм ике бәлиғ булмаған бала тәрбиәләгән ғаиләләр;

- төҙөлөш күләме түбән төбәктәрҙә йәки шәхси үҫеш программалары булған төбәктәрҙә йәшәгән, ике бәлиғ булмаған бала тәрбиәләгән ғаиләләр;

- инвалид бала ҡараған ғаиләләр.

Бер генә льготалы кредит алырға мөмкин – бынан алдараҡ бирелгән льготалы ипотека кредиттары иҫәпкә алына.

Сығанаҡ: "Башинформ".

Автор:
Читайте нас: