Был аҙнала Башҡортостанда табиптарҙың күсмә бригадалары Кушнаренко, Стәрлетамаҡ, Мәсетле, Бәләбәй һәм Бөрйән райондарында, шулай уҡ Нефтекама һәм Ағиҙел ҡалаларында йәшәүселәрҙе ҡабул итә. Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә «Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк» акцияһының эш графигы тураһында һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин һөйләне.
Айрат Рәхмәтуллин һүҙҙәренсә, 15 апрелдән 5 июлгә хәтлем табиптар 93 меңдән ашыу кешене ҡараған һәм 22 меңдән ашыу рентген тикшереүе үткәргән. 2112 сир асыҡланған, күбеһенсә йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары, диабет һәм яман шеш. Бөтә пациенттар ҙа ентекле тикшереү үтергә ебәрелгән.
Сығанаҡ: “Башинформ”.