Сара 14 июлдә Ағиҙел яры майҙанында ойошторола.
Унда балалар араһында велосипедта уҙышыу, оҫталыҡ һабаҡтары, ижади сығыштар, яҙыусылар менән осрашыу, кино һәм дискотека ҡаралған. Алты майҙансыҡты үҙ эсенә алған байрам 17.00 сәғәттә башлана. Теркәлеү урыны, фотозона һәм дүрт төп ярыш майҙаны ҡаралған.
Ярыштарҙа 2-нән 16-ға тиклем йәштәгеләр ҡатнаша ала. Мөһим талап - башҡа мотлаҡ шлем кейергә кәрәк.
Фестивалдә төрлө концерт номерҙары менән үрелеп бара, ә иң бәләкәс китап һөйөүселәрҙе "Китап" нәшриәтенең сауҙа нөктәһе ҡаршылар. Бында өҫтәл уйындарын да, сағыу һәм ҡыҙыҡлы баҫмаларҙы ла һатып алырға мөмкин була. Кескәйҙәр менән осрашыуға авторҙар ҙа килә.
Бынан тыш, балалар һәм үҫмерҙәр, ата-әсәләр, ғөмүмән, бар тамашасылар Өфө дизайнерҙарының яңы кейем коллекциялары менән таныша ала. Фестиваль "Дарман проекты" дискотекаһы менән тамамлана.