Радий Хәбиров «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының директорҙар советы рәйесе Фәнүр Йәғәфәровҡа «Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирҙе. Был хаҡта хөкүмәт кәңәшмәһендә билдәле булды.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығының директорҙар советы рәйесе Фәнүр Йәғәфәров тыуған көнөн билдәләй. Уға 50 йәш тулды. Фәнүр Мөхәррәм улы бик мөһим йүнәлеш өсөн яуаплы, киң мәғлүмәт саралары эшмәкәрлеген координациялау мөһим. Һеҙгә эште яҡшы ойошторғанығыҙ өсөн рәхмәт белдерәм. Һеҙ — ысын илһөйәр һәм көрәшсе», — тине Радий Хәбиров, Фәнүр Йәғәфәровҡа лайыҡлы наградаһын тапшырып.
Сығанаҡ: "Башинформ".