+30 °С
Облачно
Кисә, Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө айҡанлы, Бөрө ҡалаһында Феврония һәм Петр Муромскийҙарға һәйкәл асылды.
Тантанала тормош иптәше Каринэ менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.
Һәйкәл Мәҙәниәт министрлығы иғлан иткән конкурс һөҙөмтәләренә ярашлы, скульптор Петр Добаевтың эскизы буйынса эшләнгән. Ул изгеләр парын сағылдыра. Кеняз менән ҡатыны ҡулға-ҡул тотоношоп бер-береһенә ҡарап тора.