Үткән ялда Өфөнөң “Ҡайынҡай-2” баҡсасылар ширҡәте эргәһендәге күлдә 18 йәшлек егеттең батыуы тураһында хәбәр итәләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан.
Был – рөхсәт ителмәгән урындарҙа һыу инеү бәләһе. Үҙған ике аҙнала Башҡортостандың 8 муниципалитетында һыу объекттарында ошо сәбәпле 9 кешенең ғүмере өҙөлгән.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов белдереүенсә, муниципаль берәмектәрҙең контролдә тотолған территорияларында 700-ҙән ашыу һыу инеү өсөн йыһазландырылмаған урын асыҡланған. Шуға күрә ведомство ошондай урындарҙа өҫтәмә иҫкәртеү сараларына айырым иғтибар бүлә. Шул уҡ ваҡытта республиканың 60 муниципалитетында 168 махсус пляж эшләй.