+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
8 Июль 2024, 09:11

“Ҡауҙы балаһы” (“Аистенок”) проекты ғәмәлгә ашырыла

Өфөлә “Ҡауҙы балаһы” (“Аистенок”) проекты ғәмәлгә ашырыла башланы, тип хәбәр итә Башҡортостан Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте. Уның маҡсаты – бәләкәй балалары булған ғаиләләргә ярҙам итеү.

“Ҡауҙы балаһы” (“Аистенок”) проекты ғәмәлгә ашырыла“Ҡауҙы балаһы” (“Аистенок”) проекты ғәмәлгә ашырыла
“Ҡауҙы балаһы” (“Аистенок”) проекты ғәмәлгә ашырыла

Өфөлә “Ҡауҙы балаһы” (“Аистенок”) проекты ғәмәлгә ашырыла башланы, тип хәбәр итә Башҡортостан Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте. Уның маҡсаты – бәләкәй балалары булған ғаиләләргә ярҙам итеү.

Проект сиктәрендә балалар мебеле, коляска, уйынсыҡтар, башҡа кәрәк-яраҡтарҙы прокатҡа бушлай алып торорға мөмкин булған пункт асылған.

Проект ауыр тормош хәлендә ҡалған, өс йәшкә тиклемге балалар үҫтереүсе ғаиләләргә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән.

 Был пункт Өфө ҡала советы депутаты, Башҡортостан  Республикаһы Ғаиләләр союзы етәксеһе Ирина Сухарева, шулай уҡ ҡала хакимиәтенең опека һәм попечителлек буйынса идаралығы, “Саторис” психологик-педагогик, медицина һәм социаль ярҙам үҙәге булышлығында асылды.

Әлеге мәлдә прокат пунктында балалар карауаттары һәм матрастары, коляскалар, уйынсыҡтар, сабыйҙар өсөн кейем-һалым һәм башҡа әйберҙәр бар.

Прокат пункты Өфө ҡалаһы, Азатлыҡ урамы, 24 адресы буйынса урынлашҡан. Ул шаршамбы көндәрҙә 14.00 сәғәттән 18.00 сәғәткә тиклем эшләй.

Фото БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының социаль селтәренән.

“Ҡауҙы балаһы” (“Аистенок”) проекты ғәмәлгә ашырыла
“Ҡауҙы балаһы” (“Аистенок”) проекты ғәмәлгә ашырыла
“Ҡауҙы балаһы” (“Аистенок”) проекты ғәмәлгә ашырыла
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас