Яңыраҡ Стәрлетамаҡ полицияһына аҡса урлау тураһында ғариза менән урындағы ҡатын мөрәжәғәт иткән. Асыҡланыуынса, зыян күреүсе, танышыу сайтында аралашып, «мутлашыусы селтәренә» эләккән.
Енәйәтсе ҡорбаны менән интернет аша хатлаша һәм тиҙ арала ҡатындың ышанысын яулап ала. Һуңынан, уға шылтыратып, мутлашыусы ҙур аҡса эшләргә тәҡдим итә, әммә бының өсөн инвестиция иҫәбенә билдәле бер сумма һалырға кәрәклеген аңлата. Быға ышанған ханым, банкка барып, 2,6 миллион һумдан ашыу суммаға кредит юллай һәм уларға үҙенең йыйылған аҡсаларынан 350 мең һум өҫтәп, яңы танышына күсерә.
"Аферистар ҡорбандары менән башлыса интернет аша бәйләнешкә инә. Улар унда документтар ебәрә йәки видеоэлемтә аша бәйләнешкә инә ала. Ҡайһы бер осраҡтарҙа улар хатта хоҡуҡ һаҡлау органдары формаһын кейә. Был ғәмәлдәр ҡайһы бер граждандарҙы ышандырырға мөмкин, әммә ышанмаҫҡа һәм бик уяу булырға кәрәк», — тип иҫкәртәләр БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Сығанаҡ: "Башинформ".