+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
5 Июль 2024, 04:05

Мәртәбәле халыҡ-ара бизнес-чемпионатында ҡатнашасаҡтар

Башҡортостан Хөкүмәте Президент академияһы һәм Стратегик башланғыстар агентлығы ярҙамында Стратегия һәм бизнес менән идара итеү буйынса Global Management Challenge (GMC) чемпионатының 18-се милли финалын ойошторҙо.

Мәртәбәле халыҡ-ара бизнес-чемпионатында ҡатнашасаҡтарМәртәбәле халыҡ-ара бизнес-чемпионатында ҡатнашасаҡтар
Мәртәбәле халыҡ-ара бизнес-чемпионатында ҡатнашасаҡтар

Башҡортостан Хөкүмәте Президент академияһы һәм Стратегик башланғыстар агентлығы ярҙамында Стратегия һәм бизнес менән идара итеү буйынса Global Management Challenge (GMC) чемпионатының 18-се милли финалын ойошторҙо.

Өфө ҡалаһындағы “Торатау” конгресс-холы майҙансығында үткән сарала бөтәһе 87 профессиональ һәм 20 студент командаһы ҡатнашты.  Профессиональ лигала беренсе һәм икенсе урынды “5 юғарылыҡта!” һәм “SUPER_NOVA” командалары яуланы. Өсөнсө урынды Ханты-Манси автономиялы округынан Югранан “АО ХМГЭС“ командаһы алды.

Студенттар араһында Президент академияһы студенттары исеменән сығыш яһаған “Сириус” командаһы еңһә, икенсе һәм өсөнсө урындарға ХМАО Югра (ЮДУ) һәм Санкт-Петербург университеттарынан (СПБ ФИЦ РАН, ФГБОУ ВПО “СПбНИУ ИТМО”) “No M.” һәм “Белуга” командалары сыҡты.

Еңеүсе команда Рәсәй исеменән Һиндостанда GMC чемпионатының донъя финалында сығыш яһай, ул 2024 йылдың 26–28 сентябренә планлаштырылған.

Милли финал сараларында ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар өсөн эшлекле программа – иҡтисади үҫеш һәм стратегик менеджмент мәсьәләләре буйынса оҫталыҡ дәрестәре, сессиялар һәм осрашыуҙар ойошторолдо.

Автор:
Читайте нас