“Классная страна” – Стратегик башланғыстар агентлығы ғәмәлләштергән һәм һөнәри йүнәлеш биреүгә, кешенең үҙ юлын табыуға, балаларҙа, йәштәрҙә ватансылыҡ тойғоһо тәрбиәләүгә йүнәлтелгән, Рәсәй төбәктәренә сәйәхәт менән берлектә алып барылған программа ул.
“Классная страна” – уҡытыу программаһына ярашлы, биш тематик йүнәлеш буйынса белем биреү сәйәхәтен проектлау өсөн майҙансыҡ. Ул балалар һәм йәштәргә белем биреү туризмын үҫтереү йүнәлешен алған төбәктәр өсөн бик ҡулай.
Стратегик башланғыстар агентлығы етәксеһе Светлана Чупшева белдереүенсә, быйыл Рәсәйҙең 22 төбәгендә балалар һәм йәштәр өсөн 100-ҙән ашыу белем биреү программаһы ғәмәлгә ашырыла.
28 июндә башланға асы уҡыуҙар 8 июлдә тамалана. Ул тамаланғас, төбәктәрҙән “Классная страна” программаһында ҡатнашыу өсөн ғаризалар ҡабул ителә.