“Башинформ” агентлығы яңы медиапроект башлай.
Проект Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты конкурсында еңеүсе булды. Ул һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек йылына арнала. Рәсәйҙең эшлекле ҡатын-ҡыҙҙары» ойошмаһы менән берлектә тормошҡа ашырасаҡ.
Яңы медиапроект сиктәрендә “Башинформ” агентлығы уҡыусыларҙы көслө рухлы, һоҡланғыс кешеләр менән таныштырмаҡсы. Ауырыуҙарға ҡарамай, һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән кешеләр эргәһендәгеләргә ярҙам итә, уларҙың тормошон биҙәй, тыуған ере сәскә атһын өсөн ҡулынан килгәнен башҡара.
“Башинформ” агентлығында үткән матбуғат конференцияһында агентлыҡтың баш мөхәррире Руслан Шәрәфетдинов, “Рәсәйҙең эшлекле ҡатын-ҡыҙҙары” ойошмаһы рәйесе Альбина Фәрхетдинова, проект амбассадоры, йәмәғәтсе Гөлнара Нафиҡова, Башҡортостан Р:спублдикаһы Башлығы гранттар фондының белем биреү программалары, анализ һәм планлаштырыу бүлеге начальнигы урынбаҫары Юлия Косарева ҡатнашты. Улар журналистарҙы яңы проект менән таныштырҙы.
– Проект беҙ көндәлек тормошта йыш ҡына иғтибар итмәгән кешеләр тураһында һөйләү мөмкинлеге бирә. Беҙ махсус ошо проект өсөн ниҙер эшләргә әҙер кешеләр тураһында яҙырға йыйынмайбыҙ, ә күптән изге эштәр башҡарып килгән матур күңелле кешеләр менән таныштырмаҡсыбыҙ, – ти “Башинформ” агентлығының баш мөхәррире Руслан Шәрәфетдинов.
Ниндәй геройҙарҙы эҙләй һуң журналистар? Үҙ тыуған ере өсөн ниндәйҙер яҡшы эштәр башҡарған, ихлас күңел менән изгелек күрһәткән һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән кешеләрҙе.
– Беҙ уңышлы паралимпия спортсыларын, блогерҙарҙы күрергә күнеккәнбеҙ. Әммә республикабыҙҙа ябай кешеләр ҙә етерлек. Ундай геройҙар, ҡағиҙә булараҡ, изге эштәре тураһында һөйләргә яратмай ҙа, был улар өсөн көндәлек тормоштоң бер өлөшө генә. Ысынында иһә уларҙың эштәре һоҡландыра, хөрмәт тойғолары уята, – ти проект амбассадоры, йәмәғәтсе Гөлнара Нафиҡова.
Үҙенең һаулығы үҙенсәлектәренә ҡарамай, тирә-яғына нур өләшкән яҡташтары тураһында һәр кем хәбәр итә ала. Был хаҡта inf@bashinform.ru электрон адресына хәбәр итергә мөмкин, хатығыҙҙы “Счастье — это вместе” тип тамғаларға онотмағыҙ.
Үҙенсәлекле тарихтар “Башинформ” агентлығының сайтында махсус бүлектә урын аласаҡ.