+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
4 Июль 2024, 07:38

Рәсәйҙә реабилитация ойошмаларына талаптар раҫланды

Рәсәй Хөкүмәте илдең барлыҡ төбәктәрендә инвалидтарҙы реабилитациялау процесын ойоштороуға берҙәм алымдар билдәләгән ҡарар ҡабул итте. Был ҡарар инвалид кешеләр өсөн хеҙмәттәрҙең, уларҙың йәшәү сифатын яҡшыртыуға, социализация кимәлен күтәреүгә йүнәлтелгән.

Рәсәйҙә реабилитация ойошмаларына талаптар раҫландыРәсәйҙә реабилитация ойошмаларына талаптар раҫланды
Рәсәйҙә реабилитация ойошмаларына талаптар раҫланды

Рәсәй Хөкүмәте илдең барлыҡ төбәктәрендә инвалидтарҙы реабилитациялау процесын ойоштороуға берҙәм алымдар билдәләгән ҡарар ҡабул итте. Был ҡарар инвалид кешеләр өсөн хеҙмәттәрҙең, уларҙың йәшәү сифатын яҡшыртыуға, социализация кимәлен күтәреүгә йүнәлтелгән.

Министрҙар кабинетының матбуғат хеҙмәте белдереүенсә, яңы ҡағиҙәләр 2025 йылдың 1 мартынан ғәмәлгә индерелә, ул комплекслы реабилитация һәм абилитация йүнәлештәре буйынса хеҙмәттәр күрһәткән ойошмаларҙың бөтә төрҙәренә лә ҡағыла.

Хеҙмәттәр инвалидтар, инвалид балалар, йәшәү эшмәкәрлеге сикләнгән йәки шундай хәүеф янаған өс йәшкә тиклемге балаларға, шулай уҡ уларҙың ғаиләләренә күрһәтелә.

Бынан тыш, реабилитация ойошмаларының хеҙмәттәр күрһәтеү формалары билдәләнгән (стационар, ярымстационар һәм өйҙә).

Сығанаҡ: "Башинформ".

Автор:
Читайте нас