+24 °С
Ямғыр
Һуңғы яңылыҡтар
4 Июль 2024, 11:16

Башҡортостан алдынғылары Екатеринбургта «Иннопром-2024» халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһендә ҡатнаша

«Иннопром- 2024» күргәҙмәһендә Башҡортостан делегацияһын Радий Хәбиров етәкләй.

Башҡортостан алдынғылары Екатеринбургта «Иннопром-2024» халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһендә ҡатнашаБашҡортостан алдынғылары Екатеринбургта «Иннопром-2024» халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһендә ҡатнаша
Башҡортостан алдынғылары Екатеринбургта «Иннопром-2024» халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһендә ҡатнаша

Башҡортостандың рәсми делегацияһы 8-11 июлдә Екатеринбургта «Иннопром-2024» халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһендә ҡатнаша. Уны республика Башлығы Радий Хәбиров етәкләй, тип хәбәр итә Башҡортостан хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.

Күргәҙмәнең төп темаһы – «Технологик партнерлыҡ: киләсәк образын формалаштырыу». Башҡортостан «Иннопром»да үҙенең сәнәғәт һәм технологик мөмкинлектәре менән таныштыра. Төбәк стендында төрлө экспонаттар, республиканың алдынғы предприятиелары продукцияһы һәм хеҙмәттәре, шул иҫәптән инновацион эшләнмәләр күрһәтелә. Улар араһында: БПЛА өсөн электр двигателдәре сығарыу буйынса илдәге беренсе завод проекты, Өфө турбина заводынан газ турбиналы двигателе макеты һәм башҡалар.

Форумдың эшлекле программаһы сиктәрендә Башҡортостан делегацияһы бер нисә эшлекле осрашыу үткәрә, дуҫ илдәрҙән партнерҙар менән һөйләшеүҙәр, килешеүҙәргә ҡул ҡуйыу, пленар сессияларҙа һәм түңәрәк өҫтәлдәрҙә ҡатнашыу планлаштырыла.

«Былтыр «Иннопром»да төбәктәрҙә сәнәғәт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу һөҙөмтәлелеге рейтингында Башҡортостандың өсөнсө урын алыуы хаҡында хәбәр иткәйнек.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2024-07-04/radiy-habirov-vozglavit-delegatsiyu-bashkirii-na-innoprome-2024-3835224

 
Автор:
Читайте нас