Башҡортостандың ата-әсәләр һәм педагогтар ассоциацияһы “Ғаилә бәхете хаҡында” проектын ғәмәлгә ашыра башлай. Ул традицион ҡиммәттәрҙе яҡлауға һәм мәғлүмәт киңлеген бәхетле ғаиләләр хаҡында матур тарихтар менән байытыуға йүнәлтелгән. Проект бер нисә этапта үтәсәк.
Быйыл 1 сентябрҙән 31 декабргә тиклем республикабыҙҙа 100-ҙән ашыу кеше “Ғаиләм – минең бәхетем” видеороликтар конкурсында ҡатнашасаҡ. 200-ҙән артыҡ педагог “Балалар баҡсаһы – Ғаилә. Уңыш маршруты” республика һөнәри бәйгеһендә көстәрен һынаясаҡ.
2025 йылдың ғинуарынан февраленә тиклем конкурстарҙа еңеүселәр өсөн “Ғаилә бәхете дидактикаһы: стратегия һәм алымдар” лекторийы, шулай уҡ ғаилә медиаконтентын булдырыу буйынса уҡыу үтәсәк.
Проект 2025 йылдың майында ғаилә бәхете фестивале менән тамамланасаҡ.