Google Translate сервисы менән ҡулланыусылар хәҙер башҡорт теленән башҡа телдәргә йәки киреһенсә автоматик рәүештә тәржемә эшләй ала.
Башҡорт теле өлкәһендәге был күләмле лексик онлайн-проектты Өфө фән һәм технологиялар университеты ғалимы, рус-башҡорт электрон һүҙлеген төҙөүсе Искәндәр Шакиров “Һомай” аҡыллы колонкаһы авторы Айгиз Ҡунафин менән тормошҡа ашырҙы.
Хәҙер ауырлыҡһыҙ сайттарҙы, китаптарҙы, төрлө форматтағы документтарҙы, мессенджерҙарҙағы хәбәрҙәрҙе тәржемә итергә мөмкин. Бынан тыш, аҡыллы колонка ярҙамында башҡорт телендә аудиокитаптар ҙа эшләп була.
Бөгөнгө көндә рус-башҡорт электрон һүҙлегендә 414 мең һүҙ һәм фразалар һаҡлана, - ти Искәндәр Шакиров.