+30 °С
Болотло
4 - 7 июлдә Өфөлә Рус географияһы йәмғиәтенең төбәктәр советы ултырышы үтә.
Сара Өфө ҡалаһына нигеҙ һалыныуының 450 йыллығына һәм Рус география йәмғиәтенең Башҡортостандағы төбәк бүлексәһенең 70 йыллығына арнала. Республикаға Рәсәйҙең 30 төбәгенән делегаттар килеүе көтөлә.
Күсмә ултырыш менән бер юлы Йәштәр хәрәкәте слеты ла уҙа. Был сара Рус география йәмғиәтенең шул уҡ төбәктәрҙәге йәштәр клубы етәкселәрен йыя. Төбәк советтары делегаттары Шишмә районында Евразияның күсмә цивилизациялар исем туйында ҡатнаша, Аҫҡындағы боҙ мәмерйәһенә сәйхәт ҡыла.