Кисә «Патриот» хәрби-патриотик паркында республиканың 13 районы ауыл биләмәләре башлыҡтары семинары үтте.
Уның барышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров уларҙан халыҡҡа телефон аша мутлашыусылар тураһында мәғлүмәт еткереүҙәрен һораны.
Үткән аҙнала ғына Башҡортостан халҡы мутлашыусыларға үҙ теләге менән 27 миллион һум аҡса күсергән.
«Аңлауығыҙса, алдау юлы менән аҡса алыу схемаларын махсус хеҙмәттәр әҙерләгән, был аҡса туранан-тура ВСУ-ны финанслауға йүнәлтелә. Халыҡ уларҙың тоҙағына эләкмәһен өсөн аңлатыу эштәрен алып барырға кәрәк, сөнки күптәр фатирҙарын һата, кредитҡа бата һәм һуңынан бер нәмәһеҙ тороп ҡала. Бының ниндәй хәүеф менән янауын аңларға тейешһегеҙ. Кеше ышана, фатирын һата, аҡса ебәрә һәм ыштанһыҙ ҡала. Шунан һуң ошо уҡ кеше уға шылтыратып: «Йә, бер нәмәһеҙ ҡалдыңмы?» - ти. Шунан: «Шартлат йәки яндыр», - ти йәки башҡа күрһәтмәләр бирә. Тимәк, бының тағы ла ауырыраҡ эҙемтәләргә килтереүе ихтимал. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, енәйәт ҡылыу осраҡтары ла бар. Ошо яуызлыҡҡа ҡаршы бергәләп көрәшергә кәрәк», - тип билдәләне республика етәксеһе.
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, 2023 йылда республикала йәшәүселәр телефон һәм онлайн-мутлашыусыларға яҡынса өс миллиард һум күсергән.
«Вебер» агентлығы тикшеренеүҙәре күрһәтеүенсә, рәсәйҙәрҙең 88% мутлашыусылар шылтыратҡан йәки смс-хәбәр ебәргән, ә шуларҙың 10% шул сәбәпле аҡсаһын юғалтҡан.