+30 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
2 Июля 2024, 05:30

Республикала хәбәрһеҙ юғалған яугирҙәрҙең ғаиләләре шифаханала ял итергә мөмкин

Радий Хәбиров бөгөн хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республиканың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығына махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн шифахана-курортта дауаланыу йәһәтенән ярҙам саралары исемлегенә төҙәтмәләр индерергә ҡушты.

Республикала хәбәрһеҙ юғалған яугирҙәрҙең ғаиләләре шифаханала ял итергә мөмкинРеспубликала хәбәрһеҙ юғалған яугирҙәрҙең ғаиләләре шифаханала ял итергә мөмкин
Республикала хәбәрһеҙ юғалған яугирҙәрҙең ғаиләләре шифаханала ял итергә мөмкин

«Кисә «Патриот» паркында үткән осрашыуҙа «Ватанды һаҡлаусылар» фондының социаль координаторҙары был сараның махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар араһында ҙур һорау менән файҙаланыуы хаҡында һөйләне. Ләкин хәбәрһеҙ юғалған яугирҙәрҙең ата-әсәләре өсөн бындай мөмкинлеге юҡ, сөнки ул махсус хәрби операцияла ҡатнашыусының яҙма ғаризаһы буйынса ғына күрһәтелә. Был норманы төҙәтергә һәм хәбәрһеҙ юғалған яугирҙәрҙең ата-әсәләренә шифахана-курортта дауаланыу мөмкинлеген бирергә кәрәк. Мәсьәлә юридик яҡтан бөгөн хәл ителергә тейеш », — тине Башҡортостан Башлығы.

Уның һүҙҙәренсә, 3660 яугир һәм уларҙың ғаилә ағзалары шифахана-курорттарҙа һаулығын яҡшыртҡан.

 

Сығанаҡ "Башинформ"

Автор:
Читайте нас