+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
2 Июль 2024, 04:20

Инвестициялар күләме юғары

Беренсе вице-премьер – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов белдереүенсә, Башҡортостанда инвестициялар күләменең үҫеш темпы уртаса Рәсәй күрһәткестәренән ике тапҡырға юғарыраҡ.

Инвестициялар күләме юғарыИнвестициялар күләме юғары
Инвестициялар күләме юғары

Беренсе вице-премьер – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов белдереүенсә, Башҡортостанда инвестициялар күләменең үҫеш темпы уртаса Рәсәй күрһәткестәренән ике тапҡырға юғарыраҡ.

2019 йылда күрһәткес 338 миллиард һум булһа, 2023 йылда 620 миллиард һумға барып еткән. Биш йылда үҫеш – 52,9 процент. Шул уҡ ваҡытта Рәсәй буйынса уртаса күрһәткес – 29,8 процент.

Рөстәм Моратов әйтеүенсә, республика Инвестиция комитеты эшмәкәрлеге - төбәк иҡтисадына инвестициялар йәлеп итеүҙең һөҙөмтәле инструменттарының береһе. Ул эшләгән осорҙа 153 тематик кәңәшмә уҙғарылған, унда 630 башланғыс ҡаралған.

Башҡортостан 70 күрһәткестең 32-һе буйынса ил рейтингының иң яҡшы төркөмөндә тора. Мәҫәлән, ер участкаһын сауҙаһыҙ ҡуртымға алыу ваҡыты былтыр – 27-нән 24 көнгә, ә милек хоҡуғын теркәү ваҡыты дүрттән өс көнгә тиклем ҡыҫҡартылған.

2024 йылдың беренсе кварталында республика иҡтисадына инвестициялар күләме уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 24,2 процентҡа үҫкән һәм 105 миллиард һум тәшкил иткән.

Автор:
Читайте нас