+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
2 Июль 2024, 04:30

Дүрт ауылға һыу баҫыу ҡурҡынысы янай

Силәбе өлкәһе биләмәһендәге һыуһаҡлағыстан һыу ағыҙыу һәм көслө ямғырҙар һөҙөмтәһендә Әй һәм Йүрүҙән йылғалары кимәле күтәрелә.

Дүрт ауылға һыу баҫыу ҡурҡынысы янайДүрт ауылға һыу баҫыу ҡурҡынысы янай
Дүрт ауылға һыу баҫыу ҡурҡынысы янай

Силәбе өлкәһе биләмәһендәге һыуһаҡлағыстан һыу ағыҙыу һәм көслө ямғырҙар һөҙөмтәһендә Әй һәм Йүрүҙән йылғалары кимәле күтәрелә.

Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, бөгөн, 2 июлдә, ғәҙәттән тыш хәл һаҡлана. Иртәгә йылғалар яйлап кире үҙ ярҙарына ҡайта башлай, тип фаразлана.

Салауат районының – Сулпан, Мәсетле районының Аҙнағол, Иҫке Мишәр, Сөләймән ауылдарында 30-ға яҡын йорт хужалығына һыу инеүе ихтимал.

Урындағы халыҡҡа тейешле мәғлүмәт еткерелде, тип белдерә ведомство хеҙмәткәрҙәре.

Автор:
Читайте нас