+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
2 Июль 2024, 04:00

6 июлдә Евразия күсмә цивилизациялар музейының визит-үҙәге асыла

6 июлдә Шишмә районында Евразия күсмә цивилизациялар музейының визит-үҙәген тантаналы асыу тантанаһы була. 

6 июлдә Евразия күсмә цивилизациялар музейының визит-үҙәге асыла6 июлдә Евразия күсмә цивилизациялар музейының визит-үҙәге асыла
6 июлдә Евразия күсмә цивилизациялар музейының визит-үҙәге асыла

6 июлдә Шишмә районында Евразия күсмә цивилизациялар музейының визит-үҙәген тантаналы асыу тантанаһы була.

Был хаҡта кисә оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе, тип яҙа "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы. 

Музейҙың визит-үҙәгендә артефакттар экспозицияһы, лекциялар залы, депозитарий, кафе һәм ҡарау-күҙәтеү майҙансығы була. Шулай уҡ унда тарихи ҡомартҡы – Ғосман Ҡөрьәненең күсермәһен һәм XVIII быуат Рәсәй атласының (Башҡортостан картаһы төшөрөлгән бит тә бар) күрергә мөмкин.

Хөкүмәттең беренсе вице-премьеры Урал Килсенбаев һүҙҙәренсә, сараны асыу барышында ғилми һәм мәҙәни программа ҡаралған, бик күп ҡунаҡтар көтөлә.

Илшат Ҡаҙаҡҡолов фотоһы. 

Автор:
Читайте нас