+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
1 Июль 2024, 04:40

Урмансылар үҙ һабантуйын үткәрҙе

Үткән ялда Баймаҡ районында Урман һабантуйы үтте.

Урмансылар үҙ һабантуйын үткәрҙеУрмансылар үҙ һабантуйын үткәрҙе
Урмансылар үҙ һабантуйын үткәрҙе

Үткән ялда Баймаҡ районында Урман һабантуйы үтте.

Көн һыуыҡ һәм ямғырлы булһа ла, байрамға кеше күп йыйылды, йәмле Граф күле буйы гөрләп торҙо.

Сараның башында тороусы, төбәктә билдәле эшҡыуар Илсур Нәбиуллин әйтеүенсә, быйыл Урман һабантуйы Башҡортостан Башлығы гранты ярҙамында ойошторолған. Шуға күрә проект республика кимәленә сыҡҡан. Үҙенсәлекле был һабантуйҙа ат сабышы урынына тракторҙар ярыша, урмансылар үҙ осталығын ағас эшендә күрһәтә: бүрәнә йыға, ағастан төрлө һындар яһай.

Сарала Башҡортостан Башлығы Хакимиәте Етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары Азат Бадранов, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев һәм башҡа мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнашты. Сәхнәнән билдәле йырсылар Азамат Тимеров, Заһир Иҫәнсурин, Заһир Зәйнетдинов (Зәйнетдин), төрлө йыр конкурстары еңеүсеһе, өмөтлө йәш йырсы Әлиә Исҡужиналар сығыш яһаны һәм байрамды биҙәне.

Автор:
Читайте нас