+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
1 Июль 2024, 04:20

Рейд һөҙөмтәһе

Ял көндәрендә Дәүләт автоинспекцияһы Өфөлә водителдәрҙе тикшереү ойошторҙо.

Рейд һөҙөмтәһеРейд һөҙөмтәһе
Рейд һөҙөмтәһе

Ял көндәрендә Дәүләт автоинспекцияһы Өфөлә водителдәрҙе тикшереү ойошторҙо.

Рейд ваҡытында иҫерек водителдәрҙең транспорт менән идара итеүенә юл ҡуймау, шулай уҡ балаларҙы йөрөтөү иғтибар үҙәгендә булды.

Һөҙөмтәлә 582 юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осрағы теркәлгән. 86 кеше хәүефһеҙлек ҡайышын таҡмай йөрөгән, 19 водитель юл знагына иғтибар итмәгәне өсөн туҡтатылған, 41 осраҡта йәйәүлегә юл бирмәгәндәр, шулай уҡ иҫерек килеш руль артына ултырға 33 кеше тотолған.

Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре эскән водителдәрҙең йәки йәйәүлеләрҙең юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙоу , шулай уҡ башҡа төрлө хоҡуҡ боҙоу осраҡтары тураһында Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының ҡыҙыу бәйләнеш телефонына хәбәр итеүҙе һорай: 8 (347) 2-79-32-92.

Автор:
Читайте нас