+24 °С
Дождь
Һуңғы яңылыҡтар
1 Июля 2024, 04:45

Герой-партизан Даян Мурзинға бюст асылды

Стәрлетамаҡтың Г.К. Жуков исемендәге скверында легендар партизан Мурзин Даян Баян улына бюст асылды.

Герой-партизан Даян Мурзинға бюст асылдыГерой-партизан Даян Мурзинға бюст асылды
Герой-партизан Даян Мурзинға бюст асылды

Стәрлетамаҡтың Г.К. Жуков исемендәге скверында легендар партизан Мурзин Даян Баян улына бюст асылды.

Даян Мурзин 1940 йылдарҙа Стәрлетамаҡта урынлашҡан  Рига хәрби-пехота училищеһында уҡый. Уның тураһында күп илдәрҙә кинофильмдар төшөрөлгән, китаптар яҙылған. 1951 йылдан 1953-кә тиклем Даян Мурзин Стәрлетамаҡ прокуратураһында эшләй.

Эштең авторы - билдәле Өфө скульпторы Илдус Закиров.

Бюсты асыу тантанаһында Стәрлетамаҡ хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов, ҡала прокуроры вазифаһын башҡарыусы Евгений Горбунов, Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм Стәрлетамаҡ районы хәрби комиссары Сергей Сафонов, Даян Мурзиндың ейәнсәре Альбина Мурзина, Рәсәй Федерацияһы Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары, Хәрби фәндәр академияһының ағза-корреспонденты Рәмил Рәхимов, проектты ойоштороусылар, МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары, студенттар һәм уҡыусылар ҡатнашты.

29 июнь Партизандар көнө тип билдәләнә. Ә Даян Мурзин үрҙә билдәләнеүенсә - легендар разведчик һәм партизан.

Автор:
Читайте нас