+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
28 Июнь 2024, 03:20

Радий Хәбиров Белоруссияны Башҡортостандың төп партнеры тип атаны

Беларусь Республикаһының  Витебск, Полоцк һәм Новополоцк ҡалаларында 27-28 июндә Беларусь һәм Рәсәй төбәктәре форумы эшләй.

Радий Хәбиров Белоруссияны Башҡортостандың төп партнеры тип атаныРадий Хәбиров Белоруссияны Башҡортостандың төп партнеры тип атаны
Радий Хәбиров Белоруссияны Башҡортостандың төп партнеры тип атаны

Беларусь Республикаһының Витебск, Полоцк һәм Новополоцк ҡалаларында 27-28 июндә Беларусь һәм Рәсәй төбәктәре форумы эшләй.

Сараның эшлекле программаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнаша.

Радий Хәбиров Витебскиҙа сығыш яһағанда Беларусь Республикаһын төп эшлекле партнерыбыҙ тип атаны.

«Улар — беҙҙең дуҫтарыбыҙ һәм фекерҙәштәребеҙ. Беҙҙе һәр саҡ Белоруссиялағы коллегаларҙың эшлеклелеге, халыҡтарыбыҙҙың мәҙәни һәм рухи яҡынлығы хайран ҡалдыра, был иһә беҙгә тиҙ генә килешеп, уртаҡ проекттарҙы бойомға ашырырға мөмкинлек бирә. Беларусь төбәктәре, ошо илдең ҙур предприятиелары менән хеҙмәттәшлек, сәнәғәт кооперацияһы һөҙөмтәһендә беҙ импортты алмаштырыу мәсьәләләрен, илдең технологик суверенитетына өлгәшеүҙе уңышлы хәл итәбеҙ. Республикабыҙҙа бығаса булмаған яңы компетенциялар барлыҡҡа килә», — тине ул.

Башҡортостан Беларусь менән иҡтисад өлкәһенән тыш, мәҙәниәт, туризм, сәнәғәт һәм башҡа йүнәлештәр буйынса уңышлы хеҙмәттәшлек булдыра, был эште артабан да дауам итербеҙ, тип белдерҙе Радий Хәбиров.

Автор:
Читайте нас