+24 °С
Ямғыр
Башгидрометүҙәк хәбәр итеүенсә, ялға ҡарай Башҡортостанда һауа торошо ҡырҡа үҙгәрә.
Ҡаҙағстандың үтеп ингән циклон күпселек райондарға, төньяҡ-көнбайыш райондарҙан тыш, көслө ямғыр алып килә.
28 һәм 29 июндә урыны менән ҡойма яуын, оҙайлы көслө ямғыр, күк күкрәгәндә елдең секундына 17-22 метрға тиклем көсәйеүе фаразлана. Республиканың бәләкәй дала һәм тау йылғаларында һыу кимәленең ҡапыл күтәрелеүе ихтимал, тип белдерә синоптиктар. 30 июнгә яуым-төшөм кәмей. Урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы мөмкин.
Һауа температураһы төндә +8,+13°, көндөҙ +12,+20° була.