+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
27 Июнь 2024, 04:05

Командующий Дмитрий Глушенков “Патриот”ты ҡараны

26 июндә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Үҙәк хәрби округ ғәскәрҙәре командующийы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы генерал-лейтенант Дмитрий Глушенков Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемен йөрөткән “Патриот” паркын ҡараны.

Командующий Дмитрий Глушенков “Патриот”ты ҡараныКомандующий Дмитрий Глушенков “Патриот”ты ҡараны
Командующий Дмитрий Глушенков “Патриот”ты ҡараны

26 июндә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Үҙәк хәрби округ ғәскәрҙәре командующийы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы генерал-лейтенант Дмитрий Глушенков Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемен йөрөткән “Патриот” паркын ҡараны.

“Патриот” хәрби-патриотик паркта йәштәр өсөн “Авангард” уҡыу-методик үҙәге, “Партизан ауылы” комплексы һәм ярыштар өсөн “Геройҙар уҙыштары” трассаһы булдырылған. Унда өлкән кластар уҡыусылары хәрби сбор үтә, шулай уҡ мәҙәни-тәрбиә, спорт һәм мәғариф саралары, хәрби хәрәкәттәр ветерандары менән осрашыуҙар ойошторола.

Ҡунаҡтар дәрестәр өсөн кабинеттарҙы, шул иҫәптән электрон тирҙы һәм беренсе медицина ярҙамы кабинетын ҡараны.

Паркта булдырылған кубриктарҙа хәрби-патриотик сменалар һәм сборҙар ҡатнашыусылары йәшәй. Былтыр 49 кешегә иҫәпләнгән яңы модулдәр федераль программа буйынса һалынған. Уларҙы файҙаланыуға тапшырғас, “Авангард”та 10 меңдән ашыу курсант уҡыуҙар үтә ала.

Дмитрий Глушенков “Авангард” уҡыу-методик үҙәге музейында маҡтаулы ҡунаҡтар китабында иҫтәлекле яҙыу ҡалдырҙы.

 

Автор:
Читайте нас