+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
27 Июнь 2024, 04:25

«Делимобиль» компанияһы каршеринг асмаҡсы

26 июндә үткән “Инвестсәғәт”тә республика иҡтисадының һәм социаль өлкәнең төрлө тармаҡтарына ҡағылған яңы проекттар ҡаралды.

«Делимобиль» компанияһы каршеринг асмаҡсы«Делимобиль» компанияһы каршеринг асмаҡсы
«Делимобиль» компанияһы каршеринг асмаҡсы

26 июндә үткән “Инвестсәғәт”тә республика иҡтисадының һәм социаль өлкәнең төрлө тармаҡтарына ҡағылған яңы проекттар ҡаралды.

Инвесторҙар Өфө районының Зубов ауылында мини-футбол менән шөғөлләнеү өсөн спорт комплексы, Иглин районында йыл әйләнәһенә эшләйәсәк “Алмалар” этник-мәҙәни глэмпингы, республика буйынса торбалар транспорты объекттарын төҙөү, тиҙ төҙөлә торған йорттар планы һәм Өфөлә автомобилдәрҙе ҡыҫҡа ваҡытҡа ҡуртымға биреү (каршеринг) эшен асыу проекттары менән сығыш яһаны. Уларҙы тормошҡа ашырыу өсөн дөйөм алғанда 8,6 миллиард һумдан ашыу финанс һалыуҙар планлаштырыла. Шулай уҡ “Инвестсәғәт”тә“Өфө” халыҡ-ара аэропорты биләмәһендә ҡунаҡхана төҙөлөшө барышы тураһында ла һүҙ булды. 

Башҡортостанда автомобилдәрҙе ҡыҫҡа ваҡытҡа ҡуртымға алыу тураһындағы проектты, мәҫәлән, «Делимобиль» компанияһына нигеҙ һалыусы Винченцо Трани тәҡдим итә.

Был компания Рәсәйҙә каршеринг баҙарының 52 процентын алып тора. Ошо айҙың 28-нән һуң делимобилдәр Өфө урамдарында буласаҡ, тип белдерә инвестор. Башта 500 машина ҡуйылһа, өс йыл эсендә улар һанын ике меңгә тиклем еткерергә ниәттәре.

Автор:
Читайте нас