+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
27 Июнь 2024, 10:06

«Ата-әсә ҡаһарманлығы» миҙалына лайыҡтар

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ғаиләләрҙе «Ата-әсә ҡаһарманлығы» миҙалы менән бүләкләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы.

«Ата-әсә ҡаһарманлығы» миҙалына лайыҡтар«Ата-әсә ҡаһарманлығы» миҙалына лайыҡтар
«Ата-әсә ҡаһарманлығы» миҙалына лайыҡтар

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ғаиләләрҙе «Ата-әсә ҡаһарманлығы» миҙалы менән бүләкләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. 2024 йылдың 26 июнендәге документ менән Архангел районынан Рәйсә һәм Булат Йәнешевтар, шулай уҡ Благовещен районынан Ольга һәм Анатолий Фатеевтар балалар тәрбиәләүҙәге ҡаҙаныштары, ғаилә ҡиммәттәрен, традицияларын һаҡлауға һәм нығытыуға тос өлөш индергәне өсөн юғары наградаға лайыҡ булды.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Ата-әсә ҡаһарманлығы» миҙалы менән 100 мең һум премия тапшырыла.

Белешмә

«Ата-әсә ҡаһарманлығы» миҙалы Башҡортостан Республикаһы Президентының Указы менән 2014 йылдың 21 ноябрендә булдырылған.

Сығанаҡ: «Башинформ».

Автор:
Читайте нас