+24 °С
Ямғыр
Һуңғы яңылыҡтар
26 Июнь 2024, 04:48

Сығарылыш кисәләре гөрләр

Башҡортостандың мәғариф министры Илдар Мәүлитбирҙин туғыҙынсы һәм ун беренсе кластар өсөн сығарылыш кисәләренең көнөн әйтте.

Сығарылыш кисәләре гөрләрСығарылыш кисәләре гөрләр
Сығарылыш кисәләре гөрләр

Башҡортостандың мәғариф министры Илдар Мәүлитбирҙин туғыҙынсы һәм ун беренсе кластар өсөн сығарылыш кисәләренең көнөн әйтте.

“Сығарылыш кисәләре һәр уҡыусы тормошонда иҫтәлекле ваҡиға. Улар уҡытыусылары, класташтары һәм, ғөмүмән, мәктәп тормошо менән хушлаша. Башҡортостанда мәктәп тамамлаусыларға аттестат тапшырыу көнө билдәләнде:

туғыҙынсылар өсөн – 2024 йылдың 28 июнендә (йома);

ун беренселәр өсөн – 2024 йылдың 29 июнендә (шәмбе)”, – тип яҙа министр социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

Кисәләрҙе үткәргәндә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен мотлаҡ үтәү кәрәклеген дә иҫкә төшөрҙө ул.

Быйыл Башҡортостанда туғыҙынсы класты – 50 меңдән ашыу, ә ун беренсе класты 15 меңгә яҡын уҡыусы тамамлай.

Сығанаҡ: “Башинформ”.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас