+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
26 Июнь 2024, 06:59

Сәхнәлә – ”Әлфиә хикәйәләре”

25 июндә Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында йәйғорло бала саҡ тураһында йәйге премьера  үтте.  «Әлфиә хикәйәләре» спектакленең жанры «бер бәхетле бала саҡ» тип билдәләнә һәм бөтә ғаилә менән ҡарарға тәҡдим ителә.

Сәхнәлә – ”Әлфиә хикәйәләре”Сәхнәлә – ”Әлфиә хикәйәләре”
Сәхнәлә – ”Әлфиә хикәйәләре”

Тамаша  нигеҙендә – Мостай Кәримдең  ҡыҙы  Әлфиәгә арнап яҙылған «Теге яҡҡамы, был яҡҡамы? " хикәйәләр йыйынтығы. Әлфиә Мостай ҡыҙы спектаклдең тәүге тамашасыларының береһе булды.

Спектаклдең ҡуйыусы режиссеры һәм инсценировка авторы –  Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Ш.Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Мөсәлим Күлбаев. "Бәхетле бала саҡ тураһындағы хикәйәләр һәр ваҡыт көнүҙәк һәм ул һис ҡасан да үҙ актуаллеген юғалтмаясаҡ”, –  ти Мөсәлим Георгий улы.

Премьера өҫтөндә ҡуйыусы рәссам – Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Юлиә Ғиләжева, хореограф һәм пластик ҡуйыусы Андрей Сорокин, яҡтылыҡ буйынса рәссам Светлана Насонова, режиссер ярҙамсыһы Ульяна Ершова эшләне. Музыкаль биҙәлеште Ульяна Чарыева һәм Мөсәлим Күлбаев әҙерләгән. Төп героиня   Әлфиәне драма артисы Элина Гусева уйнай,  уның ата-әсәһен –  Башҡортостандың  атҡаҙанған артисы Ренат Фәтхиев һәм Карина Фәт-Йәрмиева башҡара.  Спектакль Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 105 йыл тулыуға арналған.



Сәхнәлә – ”Әлфиә хикәйәләре”
Сәхнәлә – ”Әлфиә хикәйәләре”
Сәхнәлә – ”Әлфиә хикәйәләре”
Автор:
Читайте нас