+24 °С
Ямғыр
Һуңғы яңылыҡтар
26 Июнь 2024, 03:13

Эшләп йөрөгән пенсионерҙарҙың пенсияһы индексацияланасаҡ

Дәүләт Думаһы депутаттары пленар ултырышта беренсе уҡыуҙа эшләп йөрөгән пенсионерҙарҙың пенсияһын индексациялау тураһында закон проектын ҡабул итте. Был хаҡта парламенттың матбуғат хеҙмәте белдерҙе.

Эшләп йөрөгән пенсионерҙарҙың пенсияһы индексацияланасаҡЭшләп йөрөгән пенсионерҙарҙың пенсияһы индексацияланасаҡ
Эшләп йөрөгән пенсионерҙарҙың пенсияһы индексацияланасаҡ

Дәүләт Думаһы депутаттары пленар ултырышта беренсе уҡыуҙа эшләп йөрөгән пенсионерҙарҙың пенсияһын индексациялау тураһында закон проектын ҡабул итте. Был хаҡта парламенттың матбуғат хеҙмәте белдерҙе.

2025 йылдан эшләгән пенсионерҙарҙың страховка пенсияһын йыл һайын арттырыу планлаштырыла. Ҡануниәттәге үҙгәрештәрҙе ғәмәлгә ашырыу өсөн өҫтәмә бюджет ассигнованиелары талап ителә. 2025 йылда улар - 96,45 миллиард, 2026 йылда иһә 177,03 миллиард, 2027 йылда 260 миллиард һум тәшкил итер, тип көтөлә.

Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумының пленар сессияһында эшләп йөрөгән пенсионерҙарҙың пенсияһын индексациялауҙы киләһе йылдың февраленән яңыртыу тәҡдимен индергәйне. 2025 йылдың 1 февраленән башлап йыл да хаҡлы ялдағыларҙың ғына түгел, эшләүен дауам иткән пенсионерҙарҙың пенсияһы ла арттырыласаҡ, тип өҫтәне ул.

Сығанаҡ: «Башинформ».

Автор:
Читайте нас