2024 йылдың ғинуарынан июнгә тиклемге арауыҡта Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтында үткәрелгән һорау алыуҙа медицина эшмәкәрлеген лицензиялауҙы “бик яҡшы”ға баһалаусы респонденттар артҡан. Былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда улар 0,4 процентҡа күберәк, йәғни 100 процент тәшкил итә.
– Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының медицина эшмәкәрлегенә лицензиялар биреүе хаҡында һорауҙарға яуап биреүҙә 310 респондент ҡатнашты. Уларҙың бөтәһе лә лицензиялау барышы менән ҡәнәғәт булыуын белдерҙе, – тип һөйләй ведомствоның лицензиялау бүлеге етәксеһе Эльвира Тәхәүетдинова.
Анкеталағы һорауҙарға яуап биреү онлайн-форматта, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайты йәки Башҡортостан Республикаһы Инвестициялар порталы аша үткәрелә. “Лицензиялау процедураһының һөҙөмтәлелеге” анкетаһы ғариза биреүселәрҙең лицензия биреү хеҙмәте менән ҡәнәғәтлек кимәлен асыҡлау өсөн булдырылған.
Лицензия алыу хаҡында консультация биреү, методик ярҙам күрһәтеү өсөн министрлыҡ “ҡыҙыу линия” ойошторған, бөтә мәғлүмәт уның рәсми сайтында урынлашҡан.
Әлеге мәлдә медицина эшмәкәрлегенә лицензияны тәүге тапҡыр алыуға 15 көн, икенсегә алыуға 10 көн ваҡыт китә.
Фото БР Инвестициялар порталы сайтынан.